-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » Уңғандарҙа редис өлгөргән, ҡыяр сәскә атҡан

Уңғандарҙа редис өлгөргән, ҡыяр сәскә атҡан

Категория: Интересные статьи | 30-03-2011, 15:04 | Просмотров: 3988

Уңғандарҙа редис өлгөргән, ҡыяр сәскә атҡанҮрге Тимкә ауылында йә­шәү­се Наталия һәм Михаил Фролов­­тарҙың теплицалары йы­раҡ­тан, оло юлдан килгән­дә үк күренеп тора. Беҙ бар­ғанда, төп хужалар өйҙә бул­­май сыҡты. Йәш үҫенте­ләр, йә­шел­сәләр тураһында Наталия­ның әсәһе, Татьяна Никитина һөйләп, күрһәтеп йөрөнө. Теплица эсенә үтәбеҙ. Йылы, һауа дымлы.
– Теплицала йәшелсә үҫте­­­реү менән ҡыҙым һәм кейәүем 5-6 йыл шөғөлләнә. Ҡыяр ор­ло­ғоноң, нигеҙҙә,«Маша» тип аталғанын сәсәләр, – ти Татьяна Федо­ровна. – Бына бөгөн дә улар ҡалаға орлоҡ артынан китте­ләр.
Үҫентеләре сәскә атып та ултыра инде, хатта ара-тирә бәләкәс кенә ҡыярҙары ла күренә. Ә редис күптән өлгөр­гән. Укроп, петрушка, йәшел һуған тура­һында әйтәһе лә түгел. Вәт уңғандар хужалар!
– Теплица мейес менән йылытыла, температура 18 градус йылылыҡтан да төшөргә тейеш түгел, – тип дауам итә Татьяна Федоровна. – Ҡыяр һыуыҡҡа тиҙ үк бирешә тор­ған­дарҙан. Шун­­лыҡтан, теп­ли­­ца­­лағы температураны һәр ваҡыт тикшереп торорға кә­рәк. Ер ваҡытында ашланыр­ға, һыу ҙа етерлек ки­мәл­дә һи­­белергә тейеш. Йәшел­сә­ләр­­ҙе йыйып алыуҙың да үҙ тәртибе бар. Мәҫәлән, ҡыяр – ныҡ өлгөрөп етмәҫ элек өҙөп ашай торған берҙән-бер йә­шел­­сә. Саҡ ҡына һуңланыңмы – уңыштан ҡолаҡ ҡаҡтың тигән һүҙ. Йәм-йәшел, кетер­ләп тор­ған тәмленән ул һап-һарыға һәм ҡатыға әйләнәсәк. Ҡыҙым йә­шел­­сәләрҙе Булга­ков баҙарына һа­тыу­ға ла сығара. Ғаилә бюд­­­же­тына аҙмы-күпме килем өҫтәлә.

Кишер, помидор ҙа үҫтерә хужалар. Был теплицала­ры­ның эргәһенә тағы ла ҙуры­ра­­ғын ҡороп ҡуйғандар. Йыш ултыртылып, һуңынан һирәк­лән­гән үҫентеләрҙе шунда күсе­­рә­сәк­тәр, өҫтәп тә ултыр­тасаҡтар икән.
Фроловтарҙың уңғанлы­ғына һоҡланып туйғыһыҙ. Тәҙрә яңаҡтарының бик матур итеп ағастан семәрләп эшлә­не­­үе, ихатала ултырған трактор – былар барыһы ла йорт хужа­ла­рының етеҙ, тырыш булыу­ҙа­ры хаҡында һөйләй. Ауыл ерендә, әлбиттә, ер биргән байлыҡ иң ҡәҙерлеһе. Тик ял­ҡау­­ланмаҫҡа, дәртләнеп эш­ләр­­гә генә кәрәк. Ерҙе бер ҡат туйҙырһаң, ул һине ун ҡат туйҙырыр.

Луиза МИҢЛЕӘХМӘТОВА.
Роза ТАЖЕТДИНОВА фотоһы.

Источник - daira.pressarb.ru




Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Почтовый индекс д. Бишаул-Унгарово
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники