-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » Өйәҙҙән - районға

Өйәҙҙән - районға

Категория: История | 11-11-2010, 16:23 | Просмотров: 5714

Район биләмәһендәге ерҙәрҙе борон-борондан Мең һәм Табын ырыуы башҡорттары төйәк ит­кән. XVIII быуаттың 30-сы йылдарынан алып был яҡтарға мишәр, татар, типтәрҙәр (керме­шәк­тәр, улар төрлө милләттән булғандар), сыуаш, мордва, мари, рус, украин һәм башҡа милләтле халыҡтар күсенеп ултыр­ған. Аҙаҡ район үҙәге булып киткән Ҡырмыҫҡалы ауылына 1758 йылдың 16 мартында Мин­зәлә өйәҙе Мора­ҙале ауылы (әле­ге Борай районы) типтәрҙәре нигеҙ һалған. Револю­цияға тиклем был ерҙәр Ырымбур губер­наһы Өфө һәм Стәрлетамаҡ өйәҙҙәре составына ингән. 1919 йылдың мартында Бәләкәй Баш­ҡор­тостан барлыҡҡа килгәс, Ҡырмыҫҡалы өйәҙе Табын кантонына ҡарай. 1922 йылда волостарҙы эреләтеү башлана. Ҡырмыҫҡалы волосына Стәрлета­маҡ кантонынан Дыуан-Та­бын волосы, Өфө кантонынан Биштәкә, Бишауыл-Уңғар волостары ингән, Ҡырмыҫҡалы волосы Өфө кантонына күсерелгән. 1927 йылда Булгаков волосы тарҡала, волостың 27 ауылы Ҡыр­мыҫҡалы волосына инде­рел­ә. 1930 йылдың 20 авгусында Ҡырмыҫҡалы волосы районға әйлән­дерелә.
1935 йылда Боҙаяҙ районы ойошторола, Ҡырмыҫҡалы райо­нының 38 ауылы Боҙаяҙ районы­на индерелә. 1956 йылда Боҙаяҙ районы тарҡа­ты­ла, 44 ауыл Ҡыр­мыҫҡалы районына күсерелә.
Райондың дөйөм майҙаны - 1751 мең квадрат километр. 122 ауылда 52 меңдән артыҡ халыҡ йәшәй.




Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Сколько пальцев на правой руке?
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники