-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » А-нан Я-ға тиклем

А-нан Я-ға тиклем

Категория: Новости | 30-05-2011, 11:46 | Просмотров: 4829

А-нан Я-ға тиклемАвтобустар һәм авто­мобил­дәр. Байрам май­ҙаны эргәһендә теҙелеп киткән автобустар ара­һында һарылары ла байтаҡ ҡына. Бын­дай автобустар «Мәғариф» өҫтөнлөклө проект сиктәрендә күрше ауылдарҙан балаларҙы дәрестәргә йөрөтөү өсөн дәүләт тарафынан Сахай, Ҡамышлы, Бекет, Ҡабаҡ, Ҡар­лы­ман, При­бельский, Ҡыр­мыҫ­ҡалы, Кон­стан­тиновка, Боҙа­яҙ, Под­луб, Илтерәк, Мөкәй, Иҫке Муса ауылы мәктәптәренә бирел­гән.
Бишауыл-Уңғар. Балалар һа­­бантуйы йыл да Би­ша­уыл-Уңғар ауылы эргә­һен­дәге йә­м­­­­­ле Ташлыкүл буйында уҙға­ры­ла.
Ваҡиға. Һабантуй иҫ­тә­лекле көндө – Пионерия көнөндә үтте.
Гимн. Байрам мотлаҡ рә­үештә Рәсәй һәм Баш­ҡортостан гимндары менән башлана һәм тамамлана.
Ғөрөф-ғәҙәт. Һәр мәктәп сараға ентекле әҙерләнгән икәнлеге күренеп тора. Милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе күҙ уңынан ысҡын­дырмай, палатка-тирмәләр матур итеп биҙәлгән.
Дуҫлыҡ. Билдәле булыуынса, быйылғы йыл Башҡортостанда – «Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы», ә Рәсәйҙә «Космонавтика йылы» тип иғлан ителде, шунлыҡтан һәр мәктәп, үҙенең ихатаһын биҙәгән саҡта, дуҫлыҡ һәм космос тема­һына айырыуса иғтибар биргән.
Ҙурлап ҡаршылау. Районда 21-се тапҡыр үткә­рел­гән балалар һабантуйына ҙур ҡунаҡ – Рәсәй Федера­цияһының ЮНЕСКО Ассоциа­ция­лашты­рыл­­ған мәктәптәрҙең милли сове­ты ағзаһы, ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан Респуб­ли­каһы Комитетының төп белгесе Люд­мила Михайловна Богус­лав­ская килгәйне. Ул, үҙ сиратында, район хакимиәте баш­лығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Азамат Му­са улы Ғәйфуллинға, мәғариф бүлеге начальнигы Михаил Ни­ко­лаевич Климкинға, Ҡыр­мыҫ­ҡалы ауы­лының 2-се мәктәбенә хеҙ­мәт­тәшлек өсөн рәхмәтен бел­дереп, иҫтәлекле бүләктәр тап­шырҙы.
Ел. Балалар байрам ва­ҡы­тында бер туҡтауһыҙ иҫ­кән көслө елгә лә, саң-ту­ҙанға ла һис иғтибар итмәй, кү­ңел асты, шаярҙы, уйнаны, көлдө...
Жюри. Баһалама коми­с­сияһының мәр­тә­бә­ле жю­ри ағзалары һәр тирмәне ентекле ҡарап, тик­шереп, баһа бир­ҙе­ләр.
Зауыҡ. Зауыҡ менән биҙәлгән ихата­ларға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел ине. Һәр мәктәп биҙәлешкә ниндәйҙер үҙенсәлек бирергә тырышҡан.
Ижади эштәр. Балалар ҡулы менән эшләнгән ижади эштәрҙән хатта күҙ ҡамаша. Нимәләр генә юҡ бында: ҡағыҙҙан оригами ысулы менән бөкләп яһалған ап-аҡ аҡҡоштар ҙа, аҫалы балаҫтар ҙа, һауаға бына-бына осам тип торған ракеталар ҙа бар бында.
Йыр. Ниндәй байрам йыр-моңһоҙ үтһен инде? Мәктәп уҡыусылары та­рафынан әҙерләнгән бай концерт про­грам­маһы барыһының да күңеленә хуш килде.
Көрәш. Һабантуйҙа иң ҡыҙығы, иң ма­уыҡ­тырғысы нимә? Әлбиттә, көрәш. Батыр, ҡыйыу егеттәр майҙанда үҙ көстәрен һынап ҡарау өсөн көрәш майҙанына сыҡты.
Ҡыҙыҡлы уйындар. Балалар кему­ҙар­ҙан төрлө спорт уйындарында, ат­трак­циондарҙа ҡатнашып, бүләкле булдылар.
Лайыҡлы. Сараның аҙағында иң-иң­дәр, лайыҡлы уҡыусылар, мәк­тәптәр билдәләнде, уларға Маҡтау грамо­талары, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Мәғариф бүлеге. Мәғариф бүле­генең методика кабинеты мө­дире Гөлнара Иҫәнбаева конкурстарҙың һөҙөмтәләрен иғлан итте.
Номинация. «Йыһан киләсәге» номи­нацияһында - Бекет, Ҡарлыман мәк­тәп­тәре, «Тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ» но­­ми­нацияһында – Боҙаяҙ, Ҡырмыҫҡалы гим­назияһы, Константиновка, Һыуыҡ Шиш­мә, «Ижад һәм һөнәр» номинацияһында Сахай, Үтәгән мәктәптәре билдәләнде.
Осҡон. Еңеүселәрҙең йөрәгенә осҡон һалынды.
Көс. Көрәштә ҡатнашыусылар өс ауыр­лыҡ үлсәмендә баһаланды. Шулай итеп, 35 килограмға тиклемгеләр араһында Һәүәләй мәктәбенән Илгиз Батыров, 45 йәшкә тиклем ауырлыҡ үлсәмендә шулай уҡ Һәүәләй мәктәбенән Максим Әсәнов, 45 килограмдан күберәк ауырлыҡ категорияһында Үтәгән мәктәбенән Артур Аҙнағоловтар еңеүсе булды.
Палаткалар ҡаласығы. Палаткалар ҡаласығын биҙәү буйынса еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде: 3-сө урын – Малай мәктәбенә, 2-се урын – Ҡабаҡ мәктәбенә, ә 1-се урын Ҡырмыҫҡалы ауылының 2-се мәктәбенә бирелде. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Рухланыу. Рух – илаһи ҡөҙрәт, тиҙәр. Пионерҙар илһөйәрлек рухына тоғро булыуҙарын тағы ла бер тапҡыр иҫбат иттеләр.
Сауҙа. Район ҡулланыусылар йәмғиәте тырышлығы менән яланда киң сауҙа ла йәйелдерелде. Төрлө-төрлө йәшелсә-емеш, шәрбәтле «мамыҡ», сувенирҙар, ҡыҙ­ҙар өсөн сәс ҡыҫтырғыстары тиһеңме – барыһы ла бар.
Тамашасы. Байрамды күрергә яҡын-тирә ауылдарҙан халыҡ бик теләп килгән. “Оло йәштә булһам да, килдем әле бына, – ти Бишауыл-Уңғар ауылынан 75 йәшлек Сания Хисамова. – Балалар янында күңелем күтәрелә, уларға ҡарап шатланам”.
Уҡытыусылар һәм уҡыусылар. Сара юғары кимәлдә үтте. Бындай баһаға уҡытыусылар һәм уҡыусылар бергәләшеп, ойошоп эшләгәндә генә ирешелә.
Үрлә, ялҡын! Ғәҙәттә, пионер костеры тирәләй шундай йырҙар йырлана. Көндөң ныҡ елле булыуы сәбәпле, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ярашлы, пионер костеры яғылманы. Әммә балаларҙың күңелдәре барыбер күтәренке ине.
Флагшток. Флагштоктан (флагты күтәреп ҡуя торған ҡолға) флагты төшөрөү хоҡуғы көрәш буйынса абсолют чемпион, Һәүәләй мәктәбе батыры Максим Әсәновҡа бирелде.
Хушлашыу. Хушлашыу минуттары. Моңһоу ҙа, өмөтлө лә минуттар улар…
Һаулыҡ. Тәбиғәттең саф һауаһы – тәндең яҡшы дауаһы, тиҙәр. Балалар ваҡыттарын файҙалы, ҡыҙыҡлы уҙғарыу менән бер рәттән, йүгереп, һикереп, һаулыҡтарын да нығыттылар.
Целлофан пакет. «Башҡортостан пио­нерҙары» ойошмаһының програм­ма­һына ярашлы, йәш быуынды тәбиғәт һаҡ­сылары итеп тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә. Шунлыҡтан, байрам тамамланғас, «Кәнфит ҡағыҙы» операцияһы иғлан ителде. Балалар йыйылған сүп-сарҙарҙы билдәләнгән урынға алып барып тапшырып бүләктәр ҙә алдылар.
Чемпион. Һабантуйҙағы иң йәш көрәшсе Илнар Ситдиҡов - ысын мәғәнәһендә чемпион!
Шарҙар. Байрам хөрмәтенә һауаға шар­ҙарҙан эшләнгән ҡурай осоролдо.
Щи. Уҡыусылар тәбиғәт ҡосағын­да яҙғы үләндәрҙән телеңде йоторлоҡ итеп бешерелгән щи, балыҡ һурпаһы ашап кинәнде.
Ышаныс. Балаларға ҡарап, уларҙың киләсәктә сәләмәт тормош алып барасаҡтарына, үҙ-ара дуҫ, эшсән, намыҫлы, әйләнә-тирәләгеләргә тик файҙа ғына килтерәсәктәренә ышаныс ҙур.
Эмблема. «Башҡортостан пионерҙа­ры» ойошмаһының символы – Алтын бал ҡорто. Ул эшһөйәрлек, ойошҡанлыҡ билдә­һен аңлата.
Әҙер. «Әҙер бул!» тигән өндәүгә пионерҙар «Һәр ваҡыт әҙер!» тип яуаплай.
Юл. Ҡайтыр саҡ та яҡынлашты. Һау бул, Һабантуй, икенсе йылға ла юлыбыҙ төшһөн!
Ямғыр. Ҡайтыр юлға сыҡҡас, ҡапыл ямғыр яуа башланы. Ул, наҙлы әсә кеүек, балаларҙы, йәш үләндәрҙе, йәм-йәшел япраҡлы ағастарҙы ҡойондорҙо – тиҙерәк үҫһендәр!

Луиза МИНЛЕӘХМӘТОВА.
Миләүшә РӘХИМОВА фотолары.




Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Сколько пальцев на правой руке?
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники