-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » “Башҡортостан”да эштәр көйлө

“Башҡортостан”да эштәр көйлө

Категория: Новости | 15-02-2012, 09:23 | Просмотров: 3792

“Башҡортостан”да эштәр көйлөЙәмғиәттең Һәүәләй һөтсөлөк фермаһы
ҡышты яҡшы ғына күрһәткестәр менән сығып килә

- Ике йөҙ илле баш һауым һыйырыбыҙ бар, бөгөнгө көнгә уртаса һауым һәр һыйырға 15 литр тәшкил итә. Миңлегөл Ихсанова көнөнә 400 килограмм, Гүзәлиә Хисмәтуллина – 360, Зәлиә Мостафина – 350 килограмм һөт һауып, алдын­ғылар рәтендә бара. Шулай уҡ 200 баштан ашыу аҡлы-ҡаралы таналар бар, уларҙы һауым һыйырҙары итәсәкбеҙ. Беҙҙә орлоҡландырыу яһалма ысул менән башҡарыла. Шулай булһа ла, һимертергә ҡуйылған илле баш үгеҙ бар,- тине ферма мөдире Хәлит Хәләф улы Маннанов эш барышы менән таныштырып.
Фермала эштәрҙең көйлө булыуын унда эшләгәндәргә ҡарап та белеп була. “Хәлдәрегеҙ нисек?”- тигән һорауыма бөтәһе лә бер тауыштан тиерлек, бик яҡшы, тип яуап бирҙеләр.
Мал ризығы етерлек икән, хатта силос менән сенажды аралаштырып бирәләр. Һәр һыйырға көнөнә өсәр килограмм фураж ҡаралған. Һалам менән бесән дә малҡайҙар алдынан өҙөлмөй.
Эштең яҡшы барыуы, эшселәрҙең кәйефтәре күтә­рен­ке булыуҙан, ферма мө­ди­ренең тырышлығынан, ойош­тора белеүенән дә тора­лыр. Коллективтың ҡышты еңел, бер ниндәй проблемаһыҙ сы­ғыуына ышаныс ҙур.

Источник - dairarb.ru
Риф Йөҙлөкбаев.
Дим Сербаев фотоһы.




Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Сколько пальцев на правой руке?
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники