
Бөйөк Ватан һуғышы тиҫтә-тиҫтә йылдар төпкөлөндә ҡалһа ла, миллиондарса кешенең күңеле тынысланмай. Хәҙер һуғыштың афәтен, утты-һыуҙы үткән ветерандар, тылдың аслы-туҡлы михнәттәрен кисергән инәйҙәр ҙә бик аҙ. Хатта бала саҡтарында кәлйемә, ҡыҫыр башаҡ, үлән эҙләп тамаҡ аҫраған, билдән ҡар йырып урман киҫкән, нығынып та етмәгән иңдәрендә йөҙәр саҡрымда ятҡан станцияларҙан орлоҡ ташыған, станоктар артында баҫып торған 10–14 йәшлек малай-ҡыҙҙарҙы ла шул заманда алған ауырыуҙары арабыҙҙан алып китә. Әммә һуғыш шауҡымы уларҙың балаларында, ейән-ейәнсәрҙәрендә йәшәй.
Яу яландарында һәләк булғандарҙың ҡатындарының — тол ҡатындарҙың — һөйләп ҡалдырған хәтирәләре быуындан быуынға күсә. Беҙ мәрхүмдәрҙе ошо иҫтәлектәрҙә, күңел түрендә йәшәтә алабыҙ.
Һаҙлыҡтарҙа, ҡола яландарҙа, ҡара урмандарҙа күпме һалдат һөлдәһе тәүҙә ер ҡуйынына бирелмәйенсә, һуңынан үлән, күрән баҫып, ете тиҫтә йылға яҡын осорҙа ҡойолған япраҡ, ауған ағас, һынып төшкән ботаҡ аҫтында мәңгелек урынын тапҡан. Уларҙың ҡатындары “хәбәрһеҙ юғалған” ирен көтөп ала алмайынса фанилыҡтан китте.