
Беҙ һеҙҙе ошо күркәм ззалда байрам кисәһендә таҙа-һау-сәләмәт күреүебеҙгә сикһеҙ шатбыҙ.
Берләшкән милләттәр ойошмаһы Генераль Ассамблеяһы тарафынан 3 декабрь « бөтәдонъя инвалидтар көнө” итеп билдәләнә.
Бәлки был көндө байрам тип әйтеүе лә урынлы түгелдер, әммә был көн тормошто яңынан башлаған, нисек кенә булмаһын тормоштоң ни тиклем ҡәҙерле икәнен белгән көслөләр,маҡсатлылар, түҙемдәр көнө.
Һеҙгә имен тормош, һаулыҡ, күңелле ял теләп байрамыбыҙҙы башлайбыҙ.
(Шаршау асыла, Пөхтә итеп йыйыштырылған өй эсе. Әсә кеше өҫтәл артында тегем машинаһында тегееп утыра .шул ваҡыт ҡыҙы килеп керә.
Әсәһенә яңы һатып алған күлдәгенең килешмәгән ерҙәрен төҙәткеләп бирергә һорай. әсә кеше ҡыҙының һылыулығына һоҡлана-һоҡлана,ҡайҙа барыуын һорашып, күлдәген ипләй. Имен йөрө ҡыҙым тип оҙатып ҡала. Ҡыҙ сығып китә, шул ваҡыт әсә йөрәген ярып үҙәк өҙгөс тауыш ишетелә. Юл аша сыҡҡанда ҡыҙҙы машина төрттөрөп китә. )