Бишауыл-Уңғар мәктәбенең 100 йыллыҡ тантанаһын байрам итеүгә сценарий
Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу:
Милли кейемдә, милли аштар(ҡымыҙ, бал, икмәк) тотоп өс ҡыҙ.
1Ҡыҙ: Байрам бөгөн беҙҙә-ҡапҡа асыҡ,
Ҡунаҡ булып түрҙән үтегеҙ!
Йөҙ йыллыҡ тарихы булған
Мәктәбебеҙҙе күреп китегеҙ!
2 Ҡыҙ: Рәхим итегеҙ ҡунаҡтар-
Яҙыусылар , ғалимдәр.
Үҙебеҙҙең яҡташтар.
Ошо ерҙә тыуғандар.
3Ҡыҙ: Шатбыҙ һеҙҙе күреүгә
Бишауылдың ерендә.
Рәхим итеп үтегеҙ,
Мәктәбебеҙ түренә.
1Ҡыҙ: Хөрмәтле ҡунаҡтар!
Бишауыл-Уңғар уңғандарының аш-һыуынан,
2Ҡыҙ: Бишауыл ерендә әҙерләнгән ризыҡтарҙан ауыҙ итегеҙ.
3Ҡыҙ: Рәхим итеп түрҙән үтегеҙ!