Сентябрь айын ауыл халҡы айырыуса көтөп ала, сөнки ошо миҙгелдә мәғрифәтсе, башҡорттоң ғорурлығы Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың тыуған көнө билдәләнә. Ул үҙенең ижады менән туғандаш милләт вәкилдәренә лә өлгө булып тора.
Ошо көндәрҙә мәғрифәтсенең тыуған төйәгендә урынлашҡан йорт-музейында уға бағышланған әҙәби сара үтте. Кисәлә шәхесебеҙҙең ауылдаштары, нәҫел-ырыуы, уҡыусылар ҡатнашты.
Байрамға килгән һәр кеше Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың ижадын мәңгеләштереү хыялы менән янған төҫлө ине. Профессор, филология фәндәре докторы Тимерғәле Килмөхәмәтов, ауылдаштарын сәләмләп: