-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» Рим Исхаҡов

Юлдарҙа үткән ғүмер

Категория: Земляки | 19-12-2016, 09:30 | Просмотров: 15000

Юлдарҙа үткән ғүмер– Машинаңа, мәйтәм, саң да ҡундырмайһың, ә, – тим әле генә уҡыусыларҙы мәктәп алдына төшөрөп, “ГАЗель” автобусының салонын да, тышын да ялт иттереп йыуып йөрөгән Фәнискә өндәшеп.

– Бал мискәһе тышынан билдәле, тиҙәр бит. Хужаһына ҡарап әйберенә баһа бир, тип тә өҫтәр инем үҙем. Автобусҡа килгәндә инде, таҙа булһа, үҙемә лә һәйбәт, пассажирҙарға ла рәхәт. Уҡыусыларҙы йөрөткәс, таҙалыҡты бигерәк һаҡларға кәрәк, – тип ихласлап яуаплай Бишауыл-Уңғар мәктәбендә водитель булып эшләгән Фәнис Фәхретдинов.

Хәҙер дүртенсе йыл инде ул, күрше Мөҡсин ауылынан йөрөп, уҡыусы балаларҙы алып килә, илтеп ҡуя. Улай ғына ла түгел, райондан ситтә булған төрлө сараларға ла күберәк уны йәлеп итәләр.


Башҡорт халҡының Ломоносовы

Категория: Земляки | 10-06-2016, 09:17 | Просмотров: 1671

Башҡорт халҡының ЛомоносовыБөйөк мәғрифәтсе, оло аҡыл эйәһе, ҡабатланмаҫ шәхес Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың тыуыуына 175 йыл тулыу уңайынан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты һәләтле уҡыусылар араһында “Мәғрифәтсе, ғалим һәм шағир М. Өмөтбаев” тигән темаға республика дистанцион конкурсы ойошторҙо.

Бәйгелә ҡатнашыусыларға фәнни проект, презентация әҙерләү, ижади эш (инша, эссе, шиғыр яҙыу), руссанан башҡортсаға һәм киреһенсә тәржемә итеү номинациялары буйынса үҙҙәренең көсөн һынап ҡарау мөмкинлеге бирелде. Ошо көндәрҙә ойоштороу комиссияһы конкурсҡа йомғаҡ яһаны, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте.

Әйткәндәй, конкурста барлығы 46 уҡыусы ҡатнашты. Ун биш эште ойоштороу комиссияһы маҡтауға лайыҡ тип тапты. “Презентация” номинацияһында Гран-приға Өфөләге М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының IX класы уҡыусыһы Айһылыу Маликова лайыҡ булды. Еңеүселәр исемлегендә шулай уҡ Азамат Бекчанов (Туймазы ҡалаһының 8-се мәктәбе, V класс), Юлиә Мурзина (Яңауыл ҡалаһы лицейы, VII класс), Камилә Закирова (Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы) бар. Ә инде “Ижади эш” номинацияһында Гран-приҙы Ҡыр­мыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар мәктәбенең XI класы уҡыусыһы Аделина Мөьминова яуланы. Уның һеңлеһе, IX класс уҡыусыһы Әлиә Мөьминова, ошо уҡ номинацияла еңеүсе булды. Шулай уҡ Ишембай ҡалаһынан Рәзил Байрамғәлин, Баймаҡтан Алмас Ниғмәтуллин, Нефтекаманан Алһыу Сабирова, Көйөргәҙе районынан Ләйсән Ғәлиева еңеүселәр тип табылды. “Тәржемә” номинацияһында Салауат районының Янғантау мәктәбенән Азалия Тажетдинова, ә “Фәнни проект” номинацияһында Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия­һынан Азамат Зәйнетдиновҡа етеүсе булманы.


Онотмай халҡы үҙ улын

Категория: История | 28-09-2014, 11:13 | Просмотров: 4354

Онотмай халҡы үҙ улынБайтаҡ йылдар элек: “Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев 19 быуат әҙиптәренең барыһына ҡарағанда ла башҡорт халҡына яҡын торған, бөтә ғүмере буйы уның араһында йәшәгән, уның яҙмышы менән ҡыҙыҡһынған мәғрифәтсе ғалим һәм шағир ине. М. Өмөтбаев – тарихсы һәм этнограф, телсе һәм шағир, тәржемәсе һәм ауыҙ-тел ижады өлгөләрен йыйыусы булараҡ айырым рәүештә өйрәнеүгә лайыҡлы”, - тигәйне күренекле әҙәбиәт ғалимы Ә. Харисов. Был һүҙҙәр бөгөн дә актуаллеген юғалтмай. Бөйөк мәғрифәтсенең хеҙмәттәрен өйрәнеүгә, йәмәғәтселеккә еткереүгә иғтибар кәмемәй. М. Өмөтбаевтың тыуған ерендә даими рәүештә “Өмөтбаев уҡыуҙары” сиктәрендә фәнни-ғәмәли конференциялар үткәреү быны үҙе үк раҫлай.


Салғы сыңлай, гөр килә туғай

Категория: Байрамдар | 5-07-2014, 10:29 | Просмотров: 3394

Салғы сыңлай, гөр килә туғайБишауыл-Уңғар ауылының хозур тәбиғәтле Ҡамышлыкүл буйында иҫ киткес матур байрам үтте. Ул – бесән әҙерләү йолаһын сағылдырған тамаша. Халҡыбыҙҙың бар тарихи булмышы мал аҫрау менән бәйләнгәнлектән, ул көнкүрештең айырылғыһыҙ бер өлөшө булып ҡала бирә. Халыҡ йәшәй икән, уның йолалары ла ғүмерле, быуындан быуынға күсә килә.
Талдан үреп, тирмә формаһында эш­лән­гән ҡоролма тирә-йүнгә йәм өҫтәй. Уны зауыҡлы итеп, бар оҫталығын һалып хеҙмәт ветераны Хәбир Дәү­ләтбаев яһаған. Элегерәк халыҡ бесәнде ҡуна ятып сапҡан. Бер нисә көнгә һу­ҙыл­ған ҡыҙыу мәлдә ҡыш­ҡылыҡҡа дарыу үләндәре йыйырға ла, мунса миндеге бәйләргә лә, еләк-емешен хәстәрләргә лә өлгөргән ауыл халҡы. Йола байрамын ойоштороусылар ана шуны сағылды­рырға ынтылған. Ашарға бешереү, сәй ҡайнатыу, ҡул сайҡау кәрәк-ярағы ла хас яландағыса. Эленеп торған сәңгелдәк шулай уҡ үткән заманды хәтер­ләтә: бе­сән мәлендә сабыйҙың урыны ата-әсәһе эшләгән ерҙә булған. “Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра” тигән мәҡәл ана шул ҡы­ҙыу осорҙо күҙ уңында тотҡан да инде.


Йөрәк ҡушыуы буйынса

Категория: Земляки | 28-02-2014, 09:53 | Просмотров: 1607

Йөрәк ҡушыуы буйынсаАуылыбыҙға яҙҙан көҙгә ҡәҙәр килгән кеше ишек алды төрлө сәскәгә күмелгән күркәм йортҡа шунда уҡ иғтибар итер. "Ниндәй уңғанының ҡулдары тыуҙырған икән бындай сихри матурлыҡты?" тигән уй килер күңелдәренә.

Хөрмәтле, һоҡланғыс кеше йәшәй был йортта: Сабит атлы уҙаман булыр ул. Атаһының нигеҙен ҡоротмайынса, донъя мәшәҡәттәренә бирешмәйенсә, Хоҙай Тәғәләнең биргәненә шөкөр итеп, башҡаларҙы ла шуға әйҙәп ғүмер итә ауылдашыбыҙ. Юҡтан бар яһарлыҡ бөтмөрлөк, тырышлыҡ, таһыллыҡ атаһынан мираҫ булып ҡалһа, әсәһенән сабырлыҡ, ихласлыҡ, мәрхәмәтлек кеүек күркәм сифаттар күскән. Әйткәндәй, әсәһе Ҡөрьән сүрәләрен яҡшы белә, намаҙын ҡалдырмай. Әле лә, 90 йәштән уҙыуына ҡарамаҫтан, йәштәрҙәй дәртле, көр күңелле, зиһенле. Сабит уҙамандың дин юлына баҫыуы ла — әсә һөтө аша һеңдерелгән иман һөҙөмтәһе ул.


Ғүмерҙәр алда әле

Категория: Земляки | 28-06-2012, 09:46 | Просмотров: 1749

Ғүмерҙәр алда әлеҒүмер уҙған һайын әҙәм балаһы үткәндәргә әйләнеп бағыусан, хәтирәләргә бирелеүсән. Кино таҫмаларындағы ише барлыҡ тормош юлы күҙ алдына баҫа шул саҡта — ни генә күрелмәгән дә ни генә кисерелмәгән. Кеше өсөн уларҙың барыһы ла ҡәҙерле. Алыҫлашҡандан-алыҫлаша барған ғүмер миҙгелдәре һағыштарға ла һала, ғорурлыҡ хистәре лә уята. Һағыштары — аҡҡан һыуҙай кире ҡайтмаҫлығы, ҡабатланмаҫлығы; ғорурлығы — ерҙә йәшәүеңдең, ҡылған эштәреңдең асылы һәм ҡиммәте.

Ильяс Вәлиев эшенән бушағаныраҡ мәле булғанда хистәргә бирелеп, үткәндәргә ҡараш ташларға ғәҙәтләнгән. Әле лә, форсаты сыҡҡанда, хәтерләүҙәргә төшөп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Бала сағы ла, мәктәп йылдары ла, күңелле студент саҡтары ла бер-бер артлы күҙ алдынан үтте. Бына ул юғары белем тураһында диплом алып ҡыуана, дәртләнеп, һөнәре буйынса эшкә йыйына... Туҡта! Ғүмер юлының иң етди, иң яуаплы осоро шунан башланды түгелме ни? Нәҡ шулай...



Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники