-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь -- |
Навигация по сайту
|
УЛЫБЫҘ ҠАЙТЫР 1987 йылКатегория: Земляки | 4-02-2021, 18:01 | Просмотров: 1595Ҡайғырма һәм бойоҡма ла, иркәм, Улыбыҙ бит хәрби хеҙмәттә. Киләсәктә донъя тыныс булыр, Ике йылдан ҡайтыр әлбиттә. Улыбыҙ ҡайтыр хеҙмәттәре тулғас, Кәләш алыр. Тик һин сирләмә! Беҙҙең ҡәйнә-ҡайыната булып Йәшәйһеләр барын онотма! Балаларға көйләгән бишек йырын Онотмайса һаҡла күңелеңдә. Шул йырҙарҙы оноҡтарға көйләрбеҙ, Ҡайғырма ла, иркәм, сирләмә! Ул-киленгә ярап, улар көйөн көйләп Йәшәйһе бар ҡартлыҡ көндәрҙә. Улар менән йылдар еңел үтер төҫлө Оноҡ менән үткән төндәрҙә. "Йөрәк һеҙҙең менән"Категория: Земляки | 22-09-2020, 09:54 | Просмотров: 1754Ирек Кинйәбулатов Лотфый улы Бишауыл-Уңғар ауыл клубында үткәрелгән күркәм сараларҙа ихлас ҡатнаша ине.
Ә инде уның ялҡынлы шиғырҙарын тыңлағанда күңелдәребеҙҙә ғорурлыҡ тойғолары уяна ине. Подробнее по ссылке https://vk.com/id368271181?w=wall368271181_1229 Ирек ағай әле лә яныбыҙҙа төҫлө…Категория: Земляки | 3-06-2017, 10:02 | Просмотров: 3590Иғтибар иткәнегеҙ бармы, Матбуғат йорто алдындағы скверҙа олоно ҡолас етмәҫлек бер мөһабәт имән үҫеп ултыра, тирә-яғындағы ҡайын, йүкә, саған, шыршы ағастарының батшаһы тип күрәм мин уны. Әйтерһең дә, ул үҙенең янына башҡа ағас-ҡыуаҡтарҙы йыйған да уларҙы ҡурсалай, ел-ямғырҙан һаҡлай кеүек.
Хәтеремдә, 2015 йылдың июль баштарында Ирек Кинйәбулатов менән ошо скверҙа осрашҡайныҡ, тыуған яғыбыҙға – Ҡырмыҫҡалы районына “Сыңла, салғы!” тигән байрамға барырға йыйынғанбыҙ. Машина көткән арала Ирек ағай менән әйләнә-тирәне йөрөп сыҡтыҡ, ул мине ошо имән янына алып килде. – Был ағастың йәше 200 йыллап барҙыр, ни генә күрмәгән дә ни генә кисермәгән был үҫемлек, әммә әсеһе-һыуығы ла, ел-ямғыры ла ҡаҡшата алмаған уны, күкрәген киреп, сатыр-сатыр ботаҡтарын йәйеп һаман үҫә бирә, күккә үрләй. Үкенескә ҡаршы, әҙәм затына бындай мөмкинлек бирелмәгән, йә сир аяҡтан йыға, йә берәй төрлө бәлә-ҡаза гүргә индерә, – тип хисләнеп алды ағайыбыҙ. Мин уны ошо урында фотоға төшөрҙөм. Юлдарҙа үткән ғүмерКатегория: Земляки | 19-12-2016, 09:30 | Просмотров: 14620– Машинаңа, мәйтәм, саң да ҡундырмайһың, ә, – тим әле генә уҡыусыларҙы мәктәп алдына төшөрөп, “ГАЗель” автобусының салонын да, тышын да ялт иттереп йыуып йөрөгән Фәнискә өндәшеп.
– Бал мискәһе тышынан билдәле, тиҙәр бит. Хужаһына ҡарап әйберенә баһа бир, тип тә өҫтәр инем үҙем. Автобусҡа килгәндә инде, таҙа булһа, үҙемә лә һәйбәт, пассажирҙарға ла рәхәт. Уҡыусыларҙы йөрөткәс, таҙалыҡты бигерәк һаҡларға кәрәк, – тип ихласлап яуаплай Бишауыл-Уңғар мәктәбендә водитель булып эшләгән Фәнис Фәхретдинов. Хәҙер дүртенсе йыл инде ул, күрше Мөҡсин ауылынан йөрөп, уҡыусы балаларҙы алып килә, илтеп ҡуя. Улай ғына ла түгел, райондан ситтә булған төрлө сараларға ла күберәк уны йәлеп итәләр. Беҙ уҡыған мәктәптәрҙә әҙип, әҙәп рухы балҡыныКатегория: Земляки | 17-06-2016, 09:45 | Просмотров: 1626…Бөйөк Ватан һуғышы Еңеү менән тамамланды. Беҙ, бала саҡ һәм үҫмерлек йылдары дәһшәтле һуғыш йылдарына тура килгән малайҙар һәм ҡыҙҙар, 1946 йылдың 1 сентябрен хәреф танып, уҡырға-яҙырға өйрәнеп, белем тигән тылсымлы донъя ишеген асыр мөғжизәле мәл итеп, уның тиҙерәк еткәнен түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ.
Уҡыуҙар башланды. Китап-дәфтәр кеүек уҡыу кәрәк-ярағы етешмәй. Һуғыш касафаты әле һаман үҙен һиҙҙертә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, тырышып-тырмашып ун ике егет һәм ун өс ҡыҙ дүрт класты тамамланыҡ. Ни өсөн дүртенсе класс нығыраҡ иҫтә ҡалған һуң? Әтнәкәһе шунда: нәҡ шунан башлап барлыҡ фәндәрҙән дә имтихан тапшырыу ғәҙәткә индерелгәйне. Был алымдың асылы шунда булғандыр: имтихандарҙы етди һынау тип ҡабул итеп, әҙерлек тә көсөргәнешле була ине. Шуға күрә белем дә, тырышлыҡ та, эшсәнлек тә беҙҙең быуын кешеләре өсөн ғәҙәти күренеш булды. Мәктәптә тирә-яҡтан ауыл балалары уҡый. Шуға күрә V кластан башлап параллель төркөмдәр була торғайны. Заман ауырлығына ҡарамай, ауылдарҙа балалар һаны күп булып, урамдар шау-гөр килеп тора ине. Башҡорт халҡының ЛомоносовыКатегория: Земляки | 10-06-2016, 09:17 | Просмотров: 1660Бөйөк мәғрифәтсе, оло аҡыл эйәһе, ҡабатланмаҫ шәхес Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың тыуыуына 175 йыл тулыу уңайынан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты һәләтле уҡыусылар араһында “Мәғрифәтсе, ғалим һәм шағир М. Өмөтбаев” тигән темаға республика дистанцион конкурсы ойошторҙо.
Бәйгелә ҡатнашыусыларға фәнни проект, презентация әҙерләү, ижади эш (инша, эссе, шиғыр яҙыу), руссанан башҡортсаға һәм киреһенсә тәржемә итеү номинациялары буйынса үҙҙәренең көсөн һынап ҡарау мөмкинлеге бирелде. Ошо көндәрҙә ойоштороу комиссияһы конкурсҡа йомғаҡ яһаны, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Әйткәндәй, конкурста барлығы 46 уҡыусы ҡатнашты. Ун биш эште ойоштороу комиссияһы маҡтауға лайыҡ тип тапты. “Презентация” номинацияһында Гран-приға Өфөләге М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының IX класы уҡыусыһы Айһылыу Маликова лайыҡ булды. Еңеүселәр исемлегендә шулай уҡ Азамат Бекчанов (Туймазы ҡалаһының 8-се мәктәбе, V класс), Юлиә Мурзина (Яңауыл ҡалаһы лицейы, VII класс), Камилә Закирова (Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы) бар. Ә инде “Ижади эш” номинацияһында Гран-приҙы Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар мәктәбенең XI класы уҡыусыһы Аделина Мөьминова яуланы. Уның һеңлеһе, IX класс уҡыусыһы Әлиә Мөьминова, ошо уҡ номинацияла еңеүсе булды. Шулай уҡ Ишембай ҡалаһынан Рәзил Байрамғәлин, Баймаҡтан Алмас Ниғмәтуллин, Нефтекаманан Алһыу Сабирова, Көйөргәҙе районынан Ләйсән Ғәлиева еңеүселәр тип табылды. “Тәржемә” номинацияһында Салауат районының Янғантау мәктәбенән Азалия Тажетдинова, ә “Фәнни проект” номинацияһында Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһынан Азамат Зәйнетдиновҡа етеүсе булманы. Преданность идеаламКатегория: Земляки | 4-12-2015, 20:05 | Просмотров: 1479Исполнилось 80 лет известному писателю, журналисту и общественному деятелю Рашиту Зияфетдиновичу Низамову.
Он родился в деревне Бишаул-Унгарово, здесь же окончил семь классов. Его отец Зияфетдин Низамов ушел на фронт, был артиллеристом-наводчиком, в боях был дважды ранен. С войны он не вернулся, геройски погиб в 1943 году, защищая Родину. Командование части прислало Благодарственное письмо в сельский Совет, отметив отвагу храброго артиллериста. Мать Гарифа Низамова в 1948 году умерла от тяжелой болезни, оставив сына круглым сиротой. Рашит воспитывался в 5-ом детском доме города Уфы, учился в интернате при уфимской школе №9 (ныне 1-я Башкирская республиканская гимназия — интернат им.Рами Гарипова). В 1953 году поступил на историко-филологический факультет Башгосуниверситета. В эти годы он активно занимался спортом, был чемпионом Уфы по футболу среди юношей, имел спортивные разряды по бегу на коньках и лыжах, легкоатлетическому многоборью. Дом мечты…Категория: Земляки | 3-11-2015, 19:57 | Просмотров: 11112Тихое семейное счастье редко бросается в глаза окружающих. Дети, работа, хозяйство – все как у людей и вроде ничего необычного. Однако, каждая семья – это особый мир…
Супруги Алина и Рафис Файзуллинны, проживающие в д.Бишаул-Унгарово, вместе почти десять лет. Несколько лет они стояли в очереди на жилье, будучи участниками подпрограммы «Обеспечение жильем молодых семей» Федеральной целевой программы «Жилище». А совсем недавно случилось долгожданное событие – в торжественной обстановке в День Республики они получили Сертификат на строительство или приобретение жилья. Субсидию в размере почти миллион рублей супруги намерены потратить на покупку дома. «Возрождая старину, сохраняем историю»Категория: Земляки, Наш клуб | 5-08-2014, 10:17 | Просмотров: 3284В наших селениях нет-нет да встречаются женщины, о которых писал Н.А.Некрасов: «Коня на скаку остановит, в горящую избу войдет». Хотя поэт адресовал эти строки русским женщинам, но подобные характеры встречаются в каждом народе. Думаю, что заведующая клубом Абдрафикова Фаима Гаязовна из д.Бишаул-Унгарово как раз из такой породы. В ней удивительно сочетаются сила и мудрость, отвага и нежность, рациональность и поэтичность. Природа так щедро наделила ее разнообразными талантами, что диву даешься – не многовато ли для одного человека...
Фаима родилась в соседней деревне Ибрагимово, которая дала республике множество неординарных личностей. Семья, в которой она выросла, была многодетной. От матери ей достались трудолюбие и склонность к творчеству. Йөрәк ҡушыуы буйынсаКатегория: Земляки | 28-02-2014, 09:53 | Просмотров: 1593Ауылыбыҙға яҙҙан көҙгә ҡәҙәр килгән кеше ишек алды төрлө сәскәгә күмелгән күркәм йортҡа шунда уҡ иғтибар итер. "Ниндәй уңғанының ҡулдары тыуҙырған икән бындай сихри матурлыҡты?" тигән уй килер күңелдәренә.
Хөрмәтле, һоҡланғыс кеше йәшәй был йортта: Сабит атлы уҙаман булыр ул. Атаһының нигеҙен ҡоротмайынса, донъя мәшәҡәттәренә бирешмәйенсә, Хоҙай Тәғәләнең биргәненә шөкөр итеп, башҡаларҙы ла шуға әйҙәп ғүмер итә ауылдашыбыҙ. Юҡтан бар яһарлыҡ бөтмөрлөк, тырышлыҡ, таһыллыҡ атаһынан мираҫ булып ҡалһа, әсәһенән сабырлыҡ, ихласлыҡ, мәрхәмәтлек кеүек күркәм сифаттар күскән. Әйткәндәй, әсәһе Ҡөрьән сүрәләрен яҡшы белә, намаҙын ҡалдырмай. Әле лә, 90 йәштән уҙыуына ҡарамаҫтан, йәштәрҙәй дәртле, көр күңелле, зиһенле. Сабит уҙамандың дин юлына баҫыуы ла — әсә һөтө аша һеңдерелгән иман һөҙөмтәһе ул. |
Поиск по сайту Последние новости
Бишауыл-Уңғар
|
|