Борон-борон заманда ауылдың бер ситендә бер матур күл йәйрәп ятҡан, ти. Һыуы шундай саф, үтә күренмәле булғанлыҡтан, төбөндәге төрлө төҫтәге таштар ҡояш нурҙарында йылтырап, күлгә йәм биргән, ти. Ана шуға күрә лә халыҡ уға Ташлыкүл тип исем биргән. Күлдең бер яғын ерек ағастары, тал ҡыуаҡтары уратып алған, икенсе яғынан аллы-гөллө сәскәле болон һуҙыла. Күл өҫтөндә һап-һары томбойоҡтар сәскә ата, аҡсарлаҡтар ҡыйылып оса, талғын ғына аҡҡоштар йөҙә. Яр буйын тирә-яҡтан килгән кешеләр үҙ итә: эҫе ҡояш ҡыҙыуынан талсыҡҡан тәндәре менән һыуға сумып, ял итә, кинәнеп балығын ҡармаҡлай, кистәрен ғашиҡ йәштәр үҙҙәренең мөхәббәт серҙәрен бер-береһенә сисә.
Бер ваҡыт кис ғашиҡ ҡыҙ менән егет икәүҙән-икәү генә яр буйында серләшеп ултыра икән. Шул саҡ ни күрһендәр: һауанан 2-3 метр оҙонлоғонда ҡап-ҡара аждаһа ел-дауыл ҡуптарып килеп сыҡҡан да күлгә кире сумған, ти. Күл ҡаҙандағы һыу кеүек ҡайнай, көслө тулҡындар сыҙаша алмай ярға бәрелә, ти. Ҡурҡышҡан егет менән ҡыҙ арттарына ла ҡарамайынса, йән-фарман ауылға йүгергән, ти.